Башҡортостандың “Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров пневмания менән дауаханаға һалынды, тип хәбәр итте республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
“Бөгөн беҙ COVID-19 анализы һөҙөмтәләрен алдыҡ. Ул ыңғай күрһәтә. Төндә штабта хәүефһеҙлек һәм дезинфикция саралары үткәрелде, уның менән аралашҡандарҙы изоляцияланылар”, - тип яҙа.
Эпидемияның тәүге көндәренән Рөстәм Әхмәҙинуров “Берҙәм Рәсәй” штаб-фатирында мохтаждарға, күп балалы ғаиләләргә, яңғыҙҙарға, өлкән йәштәгеләргә ярҙам итеү өсөн ирекмәндәр эшен ойоштора. Штаб элекке режимда эшләүен дауам итә, офисҡа яңы ирекмәндәр килгән.