Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 11:35

Эҫе көндәр алда әле

9 май көндө нисек булыр?

Майҙың тәүге көндәре ямғырлы буласаҡ. 4 майҙан һуң термометр бағанаһы әкренләп күтәрелә. Һөҙөмтәлә 9 майға тиклем һауа торошо 24 градусҡа тиклем йылына. 9 май көнөндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар күҙаллана.
Май байрамдарынан һуң республикала көндөң ҡапыл һыуыныуы көтөлә. 12 майҙа ҡойма ямғырҙар башлана, төндө һауа температураһы 2 градусҡа тиклем төшәсәк. Көндөҙ + 13, +18 тирәһе буласаҡ, көс ел, яуым-төшөм көтөлә. 20 майға ҡарай көндәрҙең матурланыуы, ай аҙағына эҫелек 30 градусҡа етәсәк, ти белгестәр.
Читайте нас: