Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 12:25

Эй, Хоҙайым, шул сама аҡсанан ҡолаҡ ҡаҡсы!

Уғрыны табырҙармы?

Хәйбулла районында була был хәл. Көндәрҙең береһендә 49 йәшлек иргә берәү шылтырата. Үҙен именлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштырған әҙәм унан банк картаһа мәғлүмәттәрен, паролын һорай, хатта мутлашыусылар ҡулынан һаҡланыу өсөн картаһының икенсе яғындағы өс тамғалы кодын әйтеүен дә үтенә. Уғры шулай уҡ иргә смартфонына ике ҡушымта ҡуйыуын һорай. Был программа, имеш, аҡсаны бурҙар ҡулынан һаҡлай.
Бер ни тиклем ваҡыттан картаһынан 269 мең һум аҡсаһы юҡҡа сығыуын аңлай ир. Әлбиттә, ул район эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт иткән, енәйәт эше ҡуҙғатылған, уғрының Мәскәүҙә теркәлгән абонент номерынан шылтыратыуы асыҡланған.
Тәртип һаҡлау органдары уяу булырға, карта һандарын сит кешегә бирмәҫкә кәңәш бирә.
Читайте нас: