Ғәҙәттә улар йыл һайын 1 май байрамдарында эшләй башлай ине. Быйыл үҙизоляция режимына инеү сәбәпле, ҡала баҡсалары, скверҙар, парктар ябыҡ. Шул сәбәпле фонтандарҙы ебәреү 11 майға тәғәйенләнгән. Был дата әлегә күҙаллау буйынса ғына билдәләнгән, теүәлерәк карантин тамамланғас билдәле буласаҡ.