Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май 2020, 15:50

Төп бурысым итеп һананым

Буласаҡ фельдшер Covid19 тураһында

Өфө медицина колледжының дүртенсе курс студенты, буласаҡ фельдшер Рәмзил Арыҫланов бер нисә көн элек кенә короновирус йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалаған Өфөнөң БДМУ клиникаһында һөнәри бурысын үтәп ҡайтты.
Егет 2018 йылдан бында реанимация бүлегендә кесе медперсонал булып эшләй һәм бар донъяны ҡалтыратҡан сир таралғанда ла ситтә тороп ҡала алмаған. Үҙ теләге менән эшен дауам иткән. Рәмзил реанимацияла тап ошо йоғошло диагноз менән дауаланған сирлеләрҙе ҡараған.
“Төрлөсә режим менән эшләргә тура килде. Әлбиттә, костюмда манипуляциялар башҡарыу ауыр. Әммә табип иңенә төшкән төп бурыс – халҡыңа хеҙмәт итеү”, - ти ул.
Бөгөн Рәмзил тыуған ҡалаһы Стәрлетамаҡта ике аҙналыҡ карантинда. Атаһы башҡа вахтовиктар кеүек үк эштә ҡалырға мәжбүр булған, ә әсәһе һеңлеләре менән был ваҡыт арауығында өләсәләрендә йәшәп торасаҡтар. “Улым менән әлегә видео бәйләнеш аша ғына аралашабыҙ. Барыһы ла тыныс ҡына үтеп китеренә ышанам”, - ти Рәмзилдең әсәһе.
Читайте нас: