Кисә граждандарҙы яҡлау бүлеге хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәти булмаған үтенес менән мөрәжәғәт итәләр: ағас башынан экзотик кеҫәрткене төшөрөргә. Аҙаҡ асыҡланыуынса, уны хужаһы тышта саф һауаға алып сыҡҡан. Тик игуана эттән ҡурҡып, ҡасып китә һәм ағасҡа үрмәләй.