Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә сыҡҡан янғында ике кеше һәләк була яҙған. Янғын сыҡҡан йортта 8 йәшлек бала менән уның өләсәһе генә ҡалған була. Ҡотҡарыусылар килгәнсе үк 25 йәшлек егет тәҙрәне ватып инеп, ҡыҙҙы йорттан алып сыға. Ул арала тағы ла бер-нисә ир килеп етә һәм оло ҡатынды ла ҡотҡаралар.