Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Май 2020, 15:30

Колбасаны ашарғамы, юҡмы?

Эсәк рагына ла булышлыҡ итә.

Колбаса һатып алыр алдынан белгестәр унда күпме тоҙ, тәмен көсәйтеүсе консерванттар һәм башҡа зарарлы компоненттар барлығын иҫегеҙгә төшөрөргә ҡуша.
Даими колбаса ашаған кешеләрҙең шәкәр диабеты менән 20 процентҡа йышыраҡ ауырыуын күптән иҫбатланған. Сөнки уны әҙерләгәндә етди ауырыуҙарҙың үҫешенә булышлыҡ итеүсе май кислоталары саманан тыш күп ҡушыла. Бынан тыш, колбаса аҙыҡтарын ҡулланыу аҙыҡ эшкәртеү системаһына насар тәьҫир итә, был иһә артыҡ һимереүгә килтерә.
Ғалим-онкологтар ярым ит фабрикаттары эсәк рагы башланыуға ла булышлыҡ итеүен асыҡлаған. Колбаса менән сосискала күп күләмдә канцерогендар ҡушылған. Уларҙы даими ҡулланыу ҡан тамырҙарының һәм йөрәктең эшмәкәрлегенә кире тәьҫир итә. Был аҙыҡтарҙың кеше һаулығына йоғонтоһон никотин, иҫерткес эсемлектәр һәм мышьяктың ағыуы менән сағыштырырға мөмкин.
Мәғлүм булыуынса, намыҫһыҙ етештереүселәр колбаса әҙерләгәндә, табыш артынан ҡыуып, уға төрлө хәүефле матдәләр өҫтәй. Бынан тыш, малды туҡландырғанда антибиотиктар, үҫтереү гармондары ҡушыуҙарын да оноторға ярамай. Былар үҙ сиратында кеше организмында гормональ фонды емереү хәүефен тыуҙыра.
Читайте нас: