Район хакимиәте етәкселеге Урал тау-металлургия компанияһының генераль директоры Андрей Козицынға коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә һәм ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүҙе һорап хат яҙғайны. Холдинг етәкселеге ҡарары менән уның Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты Хәйбулла районына 1 миллион һум аҡса бүлде. Ул COVID-19 сиренә ҡаршы иҫкәртеү саралары ойоштороуға, йәмәғәт урындарында дезинфекция уҙғарыуға, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеүгә тотоноласаҡ.