Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Май 2020, 11:45

Еңеү байрамы буласаҡ!

Һәйкәлдәргә, обелискыларға сәскәләр һалына

Коронавирус пандемияһы күп пландарҙы үҙгәртһә лә, Еңеү байрамын билдәләүҙе үҙгәртә алмай. Шулай ҙа был юлы тантана башҡасараҡ үтә. Республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, был көндә һәйкәлдәргә, обелискыларға сәскәләр һалынсаҡ. Әлбиттә, уларҙы элекке кеүек бөтә халыҡ түгел, район башлығы йәки ҡала, район советы рәйесе менән үҙе генә һалырға тейеш. “Үлемһеҙ полк” онлайн форматта үтәсәк. Республикала “Бер минут тынлыҡ” 9 Майҙа киске сәғәт туғыҙҙа була.
Читайте нас: