Бөгөн Ейәнсура районы үҙәгендә ауыр техникаларҙың күпләп йөрөүе халыҡты аптырашҡа ҡалдырҙы. Баҡтиһәң, "Эко-сити" төбәк операторы Иҫәнғол полигонында тупланған ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы Ишембай ҡалаһына алып китә башлаған. Сүп-сар унда үтилләштереләсәк. Ауылға ингән ерҙә урынлашҡан полигон таҙартылһа, йәмле, матур булып ҡаласаҡ.