Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 11:35

Фотоға ла төшөрә, отчет та бирә

Был халыҡтың мөрәжәғәттәрен урында тиҙ арала ҡарау мөмкинлеген бирә.

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров әйтеүенсә, контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы уңышлы эшләй. Ул сүп-сар сығарыуҙы контролдә тотоу мөмкинлеген бирә.
Бөгөн системала 24 меңдән ашыу контейнер майҙансығы теркәлгән. Уларҙың күбеһендә фотофиксация эшләй: сүп-сар ташыу машинаһы водителе ҡалдыҡтарҙы сығарғансы һәм сығарғандан һуң фотоға төшөрә, аҙаҡ уны системаға индерә, башҡарған эше буйынса отчет яһай.
Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, автоматлаштырылған мониторинг системаһын республикала бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә – дүрт айҙа индерә алғандар. Көн һайын ул 11 меңдән ашыу ваҡиғаны теркәй. Уның эше “Инцидент менеджмент” системаһына бәйләнгән, был халыҡтың мөрәжәғәттәрен урында тиҙ арала ҡарау мөмкинлеген бирә. Көн үҙәгендә торған артабанғы мәсьәлә – халыҡ өсөн мобиль ҡушымта булдырыу. Былар барыһы ла “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
#национальные проекты
#милли проекттар
#экология
Читайте нас: