Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Май 2020, 20:25

Коронавирус министрҙарҙы ла аямай

Был юлы кемгә йоҡҡан?

Был вирус түрәләрҙе лә, байҙарҙы ла аямай. Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимоваға ла коронавирус инфекцияһы йоҡҡан. Был хаҡта РБК-ның матбуғат секретары Анна Усачева белдерә.
“Мәҙәниәт министры Ольга Любимова ситтән тороп эшләй. COVID-ҡа тест һөҙөмтәһе ыңғай күрһәтә, министр әле өйөндә, видеоконференция режимында кәңәшмәләр алып, барлыҡ осрашыуҙарҙа, һөйләшеүҙәрҙә онлайн форматта ҡатнаша. Ауырыу еңел формала үтә, дауаханаға һалыу хаҡында һүҙ бармай”, - тип әйтә Усачева.
Читайте нас: