Яуҙа үлеп ҡалған совет һалдаттары иҫтәлегенә бағышланған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы бөтә Рәсәй буйлап дауам итә. Стәрлетамаҡ урман хужалығы идаралығы был акцияға тәүгеләрҙән булып ҡушылды. Ошо көндләрҙә Аҡтау урман хужалығы идаралығы 2,1 га ерҙә 8 меңдән ашыу үҫенте ултыртты. Акцияла урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар ҡатнашты. Был акция “Экология” милли проекты сиекәтендә үтә.