Шоңҡар
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Май 2020, 12:35

Түтәл яһай беләһегеҙме?

Ул дымды һаҡлаясаҡ.

Һы, уның нимәһе бар тиерһегеҙ! Юҡ шул. Бала саҡтан таныш шөғөл кеүек күренһә лә, һәр нәмәнең үҙ тәртибе бар.
Бының өсөн тәүҙә ерҙе ҡаҙып, һәйбәтләп тырматҡас, бау тартып, түтәлдәрҙең ситенә ағас ҡаҙап сығығыҙ. Түтәл араһындағ юлды аяҡ менән тапап сығырға кәрәк. Былай иткәндә, түтәл ҡалҡыу булмай, уның эргәләре нығына. Аралағы юлға тупаҡ та ҡойолмай. Тиҙ ҡата тоған тупраҡҡа ҡаҙыр алдынан бысҡы вағы йәки иләнгән ваҡ ҡом һибеп сығығыҙ. Былай эшләгәндә, тупраҡтың структураһы яҡшыра, ул ҡатмай. Бысҡы вағы менән сереп ашлама була.
Бысҡы сүбен түтәлдәр өҫтөнә һибергә лә мөмкин. Ул дымды һаҡлаясаҡ.
Еләк түтәленә бысҡы вағы һипһәң, еләк бысранмай.
Һуғанды ҡаҙып алғас, шул ергә иғтибар итегеҙ. Ул сәселгән урын еңел ҡаҙыла һәм тупраҡ ярмаланып, таралып тора. Уны көрәк менән ваҡларға ла кәрәкмәй.
Һуған тупраҡтың структураһын яҡшырта. Былтыр һуған ултыртылған ерҙә йәшелсә һәйбәт үҫә, мул уңыш бирә. Ҡайһы бер баҡсасылар бының өсөн һуғанды өс-дүрт түтәл ултырта.
Читайте нас: