Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Май 2020, 10:45

Ҡуртым хаҡын түләмәй торһағыҙ ҙа була

Был ҡасанға тиклем?

Бөгөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ иҡтисадтың һәр өлкәһендә үҙен яҡшы һиҙҙертә. Тап шуға ла “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектына ярашлы был тармаҡҡа төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Мәҫәлән, федераль ерҙәрҙе ҡуртымға алыу буйынса ла ташламалар бар. Был ҡарар Рәсәй хөкүмәте тарафынан ҡабул ителде һәм әлегә апрель, май айҙарына түләүҙәрҙе кисектереп торорға мөмкин. Бының өсөн кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың берҙәм реестрына индерелгән һәм көрсөккә эләккән эшҡыуарҙар өсөн ошо айҙарҙа ҡуртым хаҡын түләүҙән азат итеү хаҡында өҫтәмә килешеү төҙөргә кәрәк буласаҡ. Һорауҙар менән 8 (347) 251-18-19 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин, идараның адресы: Өфө, Аксаков урамы, 62.

Читайте нас: