Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Май 2020, 16:57

Шайморатов вариҫтарының исемлеге әҙерләнде.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһындағы мәғлүмәттәр базаһын әҙерләне. Ул "Шайморатов вариҫтары" тигән халыҡ проекты сиктәрендә, халыҡтан, архивтарҙан, хәрби комиссариаттарҙан алған мәғлүмәттәр буйынса эшләнде. Исемлектә бөтәһе 3812 исем, әлегә бөтә яугирҙар буйынса ла тулы мәғлүмәт юҡ.- Әгәр ҙә исемлектә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың исемен күрһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Легендар дивизияның тулы исемлеген бергәләп төҙөйөк! Беҙ бит- Шайморатов вариҫтары!- ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары.Йыйылған мәғлүмәттәр буйынса библиографик белешмә сығағаҡ.Исемлек менән ҡоролтайҙың сайтынан ҡарарға мөмкин.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре тураһындағы мәғлүмәттәр базаһын әҙерләне. Ул "Шайморатов вариҫтары" тигән халыҡ проекты сиктәрендә, халыҡтан, архивтарҙан, хәрби комиссариаттарҙан алған мәғлүмәттәр буйынса эшләнде. Исемлектә бөтәһе 3812 исем, әлегә бөтә яугирҙар буйынса ла тулы мәғлүмәт юҡ.
- Әгәр ҙә исемлектә туғандарығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың исемен күрһәгеҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ. Легендар дивизияның тулы исемлеген бергәләп төҙөйөк! Беҙ бит- Шайморатов вариҫтары!- ти Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары.Йыйылған мәғлүмәттәр буйынса библиографик белешмә сығағаҡ.
Исемлек менән ҡоролтайҙың сайтынан ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: