112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ" миҙалы Өфөгә ҡайтты. Уны БР хәрби комиссары Игорь Харченконан Рәсәй Геройы Николай Злобин ҡабул итеп алды. Почетлы кортеж хәрби автоколонна оҙатыуында 16-сы Гвардия кавалерия дивизияһы байрағы һәм Еңеү байрағы менән Октябрь проспекты буйлап үтте. Совет майҙанында Николай Злобин тантаналы рәүештә дәүләт наградаһын БР Башлығы Радий Хәбировҡа тапшырҙы. Тап ошо майҙанда 1942 йылдың мартында Миңлеғәле Шайморатов башҡорт атлыларының фронтҡа китергә әҙер булыуы тураһында Халыҡ комиссарҙары советына рапорт бирә.