Күптән түгел Республика клиник перинаталь үҙәгендә бер әсәнең сабыйынан баш тартыуын хәтерләйһегеҙҙер, моғайын. Имеш, бәпесе тыумыштан коронавирус менән ауырыуы ихтимал. Унан һуң ай самаһы ваҡыт үтте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, баланың һаулығы һәйбәт. Ошо көндәрҙә тағы бер анализ әҙер булғас, унда был вирустың булыу-булмауы асыҡланасаҡ.