Илебеҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында һуғыштан иҫән ҡайтҡан яугирҙәргә арнап стелла асылды.Был хаҡта уҡытыусы, шағирә Минира Бикәнәсова хәбәр итә.”Урындағы башланғыстар программаһына ярашлы Төрөмбәт ауылы биләмәһе халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштар, спонсорҙар был эштә ҙур әүҙемлек күрһәтте. Барыһына ла ҙур рәхмәт әйтәбеҙ", - ти Минира Венер ҡыҙы.