Бөгөн Башҡортостанға Яҡутстандың коронавирус вирусы таралған Чаяндин ятҡылығынан тағы 140 вахтасы ҡайтты." SYL-9238 Талакан-Өфө" рейсы менән ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың бортта уҡ температураһын тикшерҙеләр, һуңынан автобустарҙа обсерваторҙарға алып киттеләр. “Бөгөнгә 1210 яҡташыбыҙҙы ҡайтты. Тағы өс көндә 140 кеше менән өс борт ҡабул итәсәкбеҙ. Шулай уҡ әле дауаланған граждандарҙы эвакуациялау мәсьәләһен дә хәстәрләйбеҙ. Ситтән ҡайтҡандарҙың барыһы ла обсерваторияларҙа йәшәйҙәр, зарланмайҙар, - тине Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Башаров.