Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Май 2020, 09:35

Һуңғы өмөт өҙөлдө

Бының өсөн йылғаны быуғандар.

22 апрелдә Ғафури районында ғәйеп булған туғыҙ йәшлек Рөстәм Ишҡулов, уны эҙләүҙәре хаҡында яҙғайныҡ инде. 8 майҙа малайҙың кәүҙәһен тапҡандар. Уны эҙләү өсөн ауыл янындағы ике йылға үҙәнен быуғандар. “120 кеше йылғалағы һәр ағас тамырын, соҡор-саҡырҙарҙы тикшерҙе. Билдәләнгән 2 сәғәт ваҡыт үтеүгә һанаулы минуттар ғына ҡалғанда рациянан “Таптыҡ...” тигән һүҙҙәр ишетелде... Һуңғы өмөт өҙөлдө, мөғжизә булманы”, - тип яҙа “Лиза Алерт” отряды ирекмәндәре. Тикшереүселәр һәм криминалистар был фажиғәнең сәбәптәрен тикшерә.
Читайте нас: