Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Май 2020, 14:35

Витаминдар – тәмләткес үләндә!

Хатта тәмләткес үләндәрҙәге ҡайһы бер витаминдар йәшелсәлә, емеш-еләктә лә юҡ.

“Уф, һуған һалған! Ашамайым!” Танышмы был һүҙҙәр? Әлбиттә! Балалар йыш ҡына аҙыҡҡа тәмләткестәр, йәшелсә һалғанды өнәп бөтмәй. Ә бит уларҙың файҙаһы ифрат ҙур – организм өсөн барлыҡ файҙалы матдәләр, витаминдар тупланған. Хатта тәмләткес үләндәрҙәге ҡайһы бер витаминдар йәшелсәлә, емеш-еләктә лә юҡ. Әлбиттә, сабыйҙар уларҙы өҙөлгән килеш бөтөнләй ашамай. Шуға ла балаға һигеҙ айҙан аҙығына шпинат, укроп, петрушка, ирәүән, ҡушып бирә башларға кәрәк. Йәш ярымдан барлыҡ үҫемлектәрҙе лә бирергә була. Улар бөтәһе лә үҙебеҙҙең баҡсала үҫә
Читайте нас: