Шоңҡар
-1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Май 2020, 16:25

Табип коронавирустан үлгән

Ауырыуҙы ҡайҙа йоҡторған?

Мәскәү өлкәһендә табип булып эшләгән Башҡортостан егете Наил Саматовтың 6 майҙа коронавирустан вафат булыуы был ауырыуҙың етди булыуы хаҡында тағы бер ҡат иҫкәртә.
Наилға 28 йәш. Ул Егорьевск ҡалаһының 3-сө дауаханаһында участок терапевы булған. Былтыр ғына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған.

Апрель урталарында Наил ауырып китә, температураһы аҙна буйы 41 градус була. Егет дауаханала ике аҙна “ИВЛ” аппаратында ята. Хәле тағы киҫкенләшкәс, уны Мәскәүгә алып барһалар ҙа, ҡотҡара алмайҙар. Табип ауырыуҙы эштә йоҡторған, тиҙәр. Тәү ваҡытта уларға махсус костюмдар бирмәгәндәр.

Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас: