Шоңҡар
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Май 2020, 11:25

Һәр балаға – 10 мең һум!

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус эпидемияһы ваҡытында граждандарға ярҙам саралары хаҡында белдерҙе. Бала тәрбиәләү буйынса пособие ике мәртәбәгә арттырылып, 6700 һумға етә. Апрель, май, июнь айҙарында өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәлгән ғаиләләргә һәр сабыйға бишәр мең һум түләнәсәк. 1 июндән 3 йәштән 16 йәшкә тиклем балалары булған ғаиләләр һәр балаға бер тапҡыр 10 мең һум аҡса аласаҡ. Бының өсөн ғаризаны 12 майҙан Дәүләт хеҙмәттәре порталы йәки Пенсия фонды аша рәсмиләштерергә мөмкин. Ғаилә килеме иҫәпкә алынмай.

Читайте нас в