Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина байтаҡ йылдар милли матбуғатҡа төрлө яҡлап ҙур ярҙам күрһәтә килә, шулай уҡ ул бер нисә баҫманың редколлегия ағзаһы ла. Башҡортостан депутаттары башлап ебәргән матур акциянан да ул ситтә ҡала алмаған, бишәр дана "Ағиҙел", "Шоңҡар" журналдарына, "Башҡортостан" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә подписка эшләп, үҙ һайлаусыларын ҡыуандырған.”Бәләкәйҙән матбуғат уҡып үҫтем, әле лә гәзит-журналдар минең өсөн төп рухи аҙыҡ сығанағы. Эшем буйынса халыҡ араһында йыш булырға тура килә, уларҙың тын алышын тойоп йөрөп, үҙемдән алып шуны ныҡлы әйтә алам, интернет заманы булыуға ҡарамаҫтан, кешеләр бөгөн дә ҡағыҙға баҫылған хаҡ мәғлүмәткә, зауыҡлы һүҙгә мохтаж, шуның өсөн дә тыуған телдә сыҡҡан баҫмалр мөмкин тиклем күберәк аудиторияға етһен ине тигән теләк тә ҡалам һәм барыһын да подписка кампанияһына дәррәү ҡушылырға саҡырам, – ти Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.