Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Май 2020, 12:35

Юлдарыбыҙ хәүефһеҙ булһын!

Барлыҡ соҡорҙар юл инфраструктураһы тармағындағы эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында (СКПДИ) һанлаштырылырға тейеш

2020 йыл башынан Башҡортостан юлдарында 799 мең квадрат метрға тиң майҙандағы соҡорҙар асфальт-бетон япма менән ямалған, әлеге эштәрҙең 371 мең квадрат метры үткән аҙнала башҡарылған.Ҡала округтарында муниципаль-бюджет учреждениелары һәм урындағы подрядсы ойошмаларҙың берҙәм көсө менән 103 мең квадрат метрға тиң соҡорҙар ямалған, шуның 23 мең квадрат метры үткән аҙнала эшләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән видеоселектор кәңәшмәһендә Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән республика юлдарында соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса алып барылған эштәр хаҡында һөйләне.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, юлдарҙағы барлыҡ соҡорҙар юл инфраструктураһы тармағындағы эштәрҙе контролдә тотоу һәм планлаштырыу системаһында (СКПДИ) һанлаштырылырға тейеш.8 майға ҡарата ошо рәүешле 204 меңгә яҡын дефект иҫәпкә алынған, уларҙың 65 меңдән ашыуы (32 проценты) ремонтланған. Шул иҫәптән төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге автомобиль юлдарында 89 меңгә яҡын проблемалы урын һанлаштырылған, уларҙың 42 меңдән ашыуы (47,8 проценты) тейешле тәртипкә килтерелгән. Урындарҙағы юлдарҙа 115 мең берәмек соҡор иҫәпкә алынып, 22 меңе (19,7 процент) ямалған.
15 майға тиклем башҡарылған эштәр күләмен 50 процентҡа еткереү бурысы тора. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев ҡайһы бер муниципалитеттарҙа соҡорҙарҙы һанлаштырыу һәм ремонтлау эштәренең һүлпән барыуын билдәләне.
Читайте нас: