Шоңҡар
-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Май 2020, 11:10

700 меңдән ашыу бала аҡса аласаҡ

Ул 1 октябргә тиклем бирелә

Рәсәй президенты Владимир Путин сираттағы мөрәжәғәтендә коронавирус зарары менән бәйле өс йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр 10 мең һум аҡса биреләсәге хаҡында белдергәйне. Республика хөкүмәтенең вице-премьеры Ленара Иванова әйтеүенсә, был аҡса 1 октябргә тиклем түләнә, шуға ла ҡабаланырға кәрәкмәй. Бының өсөн дәүләт порталына банктағы счет иҫәбен күрһәтеп, ғариза бирергә йәки үҙегеҙ йәшәгән Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәк. “Башҡортостанда 700 меңдән ашыу сабый был хоҡуҡҡа эйә. Шулай итеп, был айҙарҙа балалар ете миллиард һум аҡса аласаҡ”, – тине Линара Иванова.

Читайте нас: