Бөгөн һатыуҙа ниндәй генә аш тәмләткәстәре, эйеме? Беҙ уларҙың хатта файҙаларын да белеп бөтмәйбеҙ, шикелле.
- Әнис аппетитты аса, һыуыҡ тейгәндә ярҙам итә, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын дауалағанда ҡулланыла. Ә тәмләткес булараҡ бәлеш, бутҡа, копрот әҙерләгәндә ҡушып ебәрегеҙ.
- Кардамон ҡан плазмаһын, нерв күҙәнәктәрен туҡландыра, аш эшкәртеү системаһын нормалләштерә. Ҡамыр ризыҡтарына, аш һәм былауға үҙенсәлекле тәм бирәсәк.
- Чили боросо организмды нығыта, ҡанды таҙарта, эстән ҡан китеүҙе туҡтата. Ит һәм балыҡ ризыҡтары өсөн бынамын тигән тәмләткес.
- Ванилин аш эшкәртеүҙе яҡшырта, организмға көс-хәл бирә. Печенье, крем, торт һәп кондитер ризыҡтарына ҡушыла.
- Кориандр өлкән йәштәгеләр һәм оҙаҡ ауырыуҙан һуң хәлһеҙләнгән кешеләр өсөн шифалы. Ул көс бирә, йөрәкте нығыта. Йәшелсә һәм иттән әҙерләнгән ризыҡтар өсөн ҡулланыла.
- Аҡ борос ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Аш һәм гарнирға, иткә ҡушып ебәрергә кәрәк.
- Ҡәнәфер йоғошло ауырыуҙарҙың бактерияларын юҡ итә. Ауыртыуҙы баҫыу үҙенсәлегенә эйә. Ликер, сәй, пунш, компот һәм башҡа эсемлектәр әҙерләгәндә ҡулланығыҙ.
- Имбирь аппетитты аса, хәтерҙе яҡшырта, кан составындағы холестерин күләмен кәметә. Тәмләтер өсөн ҡамырға, эсемлектәргә, ит ризыҡтарына ҡушып ебәрегеҙ.
- Аҡ әнис нервыларҙы тынысландыра, мейе эшмәкәрлеген яҡшырта, иғтибар тупларға ярҙам итә. Икмәккә, тоҙло кәбеҫтәгә өҫтәгеҙ.
- Дәрсен майын массаж эшләгәндә, һыуыҡ тейеп, ингаляция яһағанда ҡулланалар. Ашҡаҙан ауырыуҙарына ла ярҙам итә. Тәмләткес булараҡ кәһеүә, запеканка, емеш-еләк аштарына ҡушып ебәрегеҙ.
- Лавр япрағы иммун системаһын нығыта. Төнәтмәһе арығанда көс бирә, тын алыуҙы еңелләштерә. Ит, шулай уҡ әсе ризыҡтарға үҙенсәлекле тәм бирәсәк.
- Мускат сәтләүеге нерв системаһын яҡшырта, организмға көс бирә. Шоколад кремына һәм соус әҙерләгәндә ҡулланалар.