2010 йылдың көҙөндә ике егет 40 йәшлек ҡатынды туҡмап, көсләп, аҡсаһын урлай. Был хәл баш ҡаланың Орджоникидзе районында була. Енәйәтселәрҙең береһе тиҙ арала ҡулға алына. Ә икенсеһе ғәйеп була һәм быйылғы йылдың февраль айына тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарыны күҙенә эленмәй. Быйыл ул ҡулға алынып, алты йылға хөкөм ителде.