Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Май 2020, 00:05

Ейәнсура районының хакимиәт башлығы карантиндағыларҙың яҙмышына битараф түгел

Республикала барлыҡ социаль учреждениелар, шул иҫәптән Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылындағы социаль приют та, 20 апрелдән карантинға ябылды. Әле унда 19 бала һәм 7 хеҙмәткәр йәшәй. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов приютта булып, уларҙың хәл-әхүәлен белеште, эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Аралашыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ҡапҡа аша ғына барҙы. Карантинда бикле ҡалыусылар өсөн район үҙәгендәге “Азия” магазины күстәнәс әҙерләгән ине, ул контактһыҙ юл менән тапшырылды.Дәмин Марат улы шулай уҡ Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре янына ла барҙы. Районда коронавирус менән хәл-тороштоң тотороҡло булмауы арҡаһында 7 хеҙмәткәр: табип, шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар өйҙәренән, ғаиләләренән айырылып, ике аҙна буйы эш урынында ҡалырға мәжбүр. Район башлығы уларҙың да хәлдәре, кәйефтәре менән ҡыҙыҡһынып, райпо әҙерләгән күстәнәстәрҙе тапшырҙы.

Республикала барлыҡ социаль учреждениелар, шул иҫәптән Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылындағы социаль приют та, 20 апрелдән карантинға ябылды. Әле унда 19 бала һәм 7 хеҙмәткәр йәшәй. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов приютта булып, уларҙың хәл-әхүәлен белеште, эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Аралашыу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре буйынса ҡапҡа аша ғына барҙы. Карантинда бикле ҡалыусылар өсөн район үҙәгендәге “Азия” магазины күстәнәс әҙерләгән ине, ул контактһыҙ юл менән тапшырылды.
Дәмин Марат улы шулай уҡ Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлеге хеҙмәткәрҙәре янына ла барҙы. Районда коронавирус менән хәл-тороштоң тотороҡло булмауы арҡаһында 7 хеҙмәткәр: табип, шәфҡәт туташтары һәм санитаркалар өйҙәренән, ғаиләләренән айырылып, ике аҙна буйы эш урынында ҡалырға мәжбүр. Район башлығы уларҙың да хәлдәре, кәйефтәре менән ҡыҙыҡһынып, райпо әҙерләгән күстәнәстәрҙе тапшырҙы.
Читайте нас: