Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 15:27

Бөгөн – “Музейҙар төнө”

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Театр музейы буйынса видеоэкскурсияла театрҙың тарихына ҡағылышлы стендтар, фотоһүрәттәр күрһәтелә. Музейҙың бер өлөшө тулыһынса Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған. Әҙиптең шәхси әйберҙәре, театр өсөн автографлы китаптары ҡуйылған витриналар, уның тормошоноң иҫтәлекле мәлдәрен һүрәтләүсе фотоһүрәттәр күргәҙмәләре иғтибарҙы йәлеп итә. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған музей акцияһы өсөн видеояҙмаға Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Ике хат", "Йәләлетдин атай", "Яуҙы еңгән мөхәббәт", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" спектакленән күренештәр ҙә ингән, тип хәбәр итә театрҙың музей хеҙмәткәрҙәре.

Читайте нас: