Шоңҡар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Май 2020, 21:45

Сит ил планета кешеләре алып киткәнме?

Был тирәлә 20 быуатта ғына 150-ләп карап һәм самолет юҡҡа сыҡҡан, меңдән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған.

Бермуд өсмөйөшөндә бынан йөҙ йыллап элек юғалған Америка судноһын тапҡандар. Ул 1925 йылдың 29 ноябрендә Көньяҡ Королина штатындағы Чарльстон ҡалаһынан Кубаға юлланған һәм юлда хәбәрһеҙ юғалған. Унда күмер тейәлгән һәм 32 кеше ултырған. Бермуд өсмөйөшөндә бындай сәйер хәлдәр йыш ҡабатланып торғанға, был карап тураһында ла фараздар күп. Уны сит планета кешеләре алып киткән тип тә, ҡалдыҡтарының бөтөнләй икенсе урында табылыуы хаҡында ла һөйләйҙәр. Шикләнерлек тә шул: был тирәлә 20 быуатта ғына 150-ләп карап һәм самолет юҡҡа сыҡҡан, меңдән ашыу кеше хәбәрһеҙ юғалған. Шулай ҙа архивты өйрәнгәс, был осраҡта НЛО-ның ҡатнашы юҡ, тигән фекергә киләләр. Әлеге судно юлға ҡуҙғалғандан һуң бер нисә көн үткәс, диңгеҙҙә көслө шторм булыуын асыҡлайҙар.
Читайте нас: