Шоңҡар
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 11:35

Фатирҙар ҡотло булһын!

Яңы торлаҡ кемдәргә бирелә?

Республикала халыҡты иҫке йорттарҙан яңыларына күсереү эше йәнле бара. Төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, Дүртөйлө, Мишкә, Белорет райондры был эште ваҡытынан алда тамамлаған. Быйыл барлығы 677 кеше уңайлы фатилы буласаҡ. Улар өсөн 325 миллион һумлыҡ күләмендә 219 фатир һатып алынасаҡ йәки төҙөләсәк.
2021 – 2022 йылдарҙа барлығы 29,5 мең квадрат метр иҫке һәм авария хәлендәге торлаҡты ғәмәлдән сығарып, уларҙа йәшәүселәрҙе яңы һәм уңайлы фатирҙрға күсереү планлаштырыла. Ошо маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалуға булышлыҡ итеү өсөн фонды 1,2 миллиард һум аҡса бүлә. Сығымдарҙың ике процентын республика ҡаҙнаһынан түләнергә тейеш. Әйткәндәй, былар “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” дөйөм милли проектын ярашлы башҡарыла.
Читайте нас: