Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Май 2020, 13:37

Витаминдар - уларҙа

УкропБыл үҫентенең ғәжәп тәмле еҫен бөтәһе лә ярата. Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кальций һәм эфир майҙары бай. Балалар организмы өсөн уның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта. Һигеҙ айлыҡ сабыйҙың ашына биш, ә йәш ярымдан биш- ун грамм яңы өҙөлгән үҫентене ҡушып бирергә кәрәк.Йәшел һуған Һуған һабағы ауырыу тыуҙырыусы микортарға ҡаршы дауа булып тора. Ул фитоноцидтарға бай, С, Е витаминдарына, шулай уҡ йод, кальций, калийға бай.ШпинатУл ҡуҙаҡлы үҫентеләр кеүек үк аҡһымға бай булыуы менән үҙенсәлекле. Ә витаминдарҙың күплеге буйынса – чемпион! Белгестәр унда ун төрлө витамин һәм ғәжәп күп микроэлементтар булыуын асыҡлаған. Шулай ҙа баланың аҙығына уны аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ ҡушырға ярамай.Сабыйға һигеҙ айҙан һуң төрлө аҙыҡҡа шпинатты бешкән килеш ҡушып бирә башларға кәңәш ителә. Ә ике йәштән һуң ике йөҙ грамм салатҡа илле грамм яңы үлән япрағы биреү кәрәк.

Укроп
Был үҫентенең ғәжәп тәмле еҫен бөтәһе лә ярата. Яңы ғына өҙөлгән укропта тимер, бөтә витаминдар, кальций һәм эфир майҙары бай. Балалар организмы өсөн уның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ул эс ҡатыуҙы йомшарта. Һигеҙ айлыҡ сабыйҙың ашына биш, ә йәш ярымдан биш- ун грамм яңы өҙөлгән үҫентене ҡушып бирергә кәрәк.
Йәшел һуған
Һуған һабағы ауырыу тыуҙырыусы микортарға ҡаршы дауа булып тора. Ул фитоноцидтарға бай, С, Е витаминдарына, шулай уҡ йод, кальций, калийға бай.
Шпинат
Ул ҡуҙаҡлы үҫентеләр кеүек үк аҡһымға бай булыуы менән үҙенсәлекле. Ә витаминдарҙың күплеге буйынса – чемпион! Белгестәр унда ун төрлө витамин һәм ғәжәп күп микроэлементтар булыуын асыҡлаған. Шулай ҙа баланың аҙығына уны аҙнаһына ике тапҡырҙан артыҡ ҡушырға ярамай.
Сабыйға һигеҙ айҙан һуң төрлө аҙыҡҡа шпинатты бешкән килеш ҡушып бирә башларға кәңәш ителә. Ә ике йәштән һуң ике йөҙ грамм салатҡа илле грамм яңы үлән япрағы биреү кәрәк.
Читайте нас: