Бөгөн Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Әбйәлил районында асылған обсерватор үҙ эшен тамамланы. Бында Саха (Яҡут) Республикаһының Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасылар урынлаштырылғайны.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, обсерваторҙа 400 вахтасы йәшәне. Уларҙың һигеҙендә коронавирусҡа шик булды. Улар һәм был кешеләр менән бәйләнештә булғандар дауаханаларға оҙатылды. Ҡалғандар ике аҙна карантинда булды, COVID-19 инфекцияһы асыҡланмағандар кисә һәм бөгөн өйҙәренә ҡайтарылды,
- Егеттәр өйҙәренә ҡайтып китте. Бөтәһенең дә тесты кире һөҙөмтә күрһәтте. Артабан өйҙәрендә табиптар күҙәтеүе аҫтында буласаҡтар, – тине Әбйәлил районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Йосопов.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.