Ҡанда шәкәр күтәрелеүҙең төп сәбәбе - дөрөҫ туҡланмау. Шуға шәкәр диаебетынынан интегеүселәргә махсус диеата билдәләнә. Икенсе типтағы шәкәр диабетын киҫәтергә ярҙам торған йәшелсәләр бар.
Башлы кәбеҫтә - матдәләр алмашыныуын яҡшырта, күҙәнәктәр регенерацияһын тиҙләтә, ҡандағы шәкәрҙе кәметә, организмды токсиндар һәм шлактарҙан таҙарта. Броколли ҡан тамырҙарын нығыта, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын киҫәтә, ҡан баҫымын, шәкәрҙе нормаға һала. Сәскәле кәбеҫтә матдәләр алмашыныуын яҡшырта, инсулин синтезын көйләй, эсәклек микрофлораһына уңай йоғонто яһай.
Ҡабаҡ шәкәрҙе кәметергә, шлактарҙы сығарырға булыша. Ул бауырҙан натрий тоҙҙары, артыҡ холестеринды сығара. Бешергәс, уның файҙалы үҙенсәлектәре кәмемәй.
Һуғанда хром күп, ул шәкәрҙе үҙләтешетерергә булыша