Бөгөн уның исем-шәрифен ишетмәгән кеше юҡтыр. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы тап ул етәкләгән Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында таралауы менән бәйле шау-шыу ҡупты. Был хаҡта “Проуфу” порталы хәбәр итә. Әле Сыртлановаға Өфөләге 38-се поликлиникаға баш табип вазифаһы тәҡдим ителгән. Ә уның урынына БДМУ клиникаһының хәҙерге баш табибы Шамил Булатовты ҡуйыу күҙаллана.