Максим Владимирович Ульчев 1976 йылдың 12 февралендә Өфөлә тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлағас, 1997 йылда Рәсәй Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан банкында иҡтисадсы булып башлай. Төрлө йылдарҙа “Башгазинвест” компанияһында аналитик, Башҡортостан банкында иҡтисадсы, төп иҡтисадсы, баш иҡтисадсы, бүлек начальнигы булып эшләй. 2007 йылда – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең иҡтисади һәм социаль сәйәсәт идаралығы начальнигы урынбаҫары. 2007 – 2009 йылдарҙа – Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры урынбаҫары, 2010 – 2020 йылдарҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының генераль директоры була.