5 һәм 6 майҙа Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан вахтасылар “Красноусол” шифаханаһындағы обсерваторға урынлаштырылғайны. Бөгөн тәүге төркөмдөң карантин ваҡыты тамамланып, өйҙәренә ҡайтты.
“ Бында вахтасылар ике тапҡыр коронавирусҡа тест тапшырҙы. Беренсеһен килгән көндә, икенсеһен 10 көн үткәс. Һәм, ниһайәт, сиргә кире һөҙөмтә алған һәм 14 көн карантинда булған 189 кеше бөгөн өйҙәренә ҡайтарылды”, – ти шифахана директоры – обсерватор начальнигы Евгений Волков. – Бының өсөн һәр бүлмәгә онлайн рәүешендә эшләгән магазиндар исемлеге ҡуйылды.
6 майҙа килгән 155 кеше. иртәгә ҡайтасаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.