Ат әүәлдән халҡыбыҙҙың айырылмаҫ юлдашы булған. Республикала йылҡысылыҡты үрсетеүгә етди иғтибар бирелә. Ике йыл эсендә тармаҡҡа 178,6 миллион һум аҡса бүленәсәк. Субсидиялар ҡымыҙ етештереү, йыһаздар һатып алыу, тоҡомло аттар үрсетеү өсөн ҡаралған. Бер ҡолонға 15 мең һум дәүләт ярҙамы бирелә.
Былтыр “Башҡортостанда ат үрсетеү үҫеше” прграммаһына ярашлы 27,2 миллион һум дәүләт ярҙамы бүленгән. Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр “Агростартап”, “Эш башлаған фермер” программаларында ҡатнаша ала.
Әйткәндәй, был ярҙам "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам”" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.