Тиҙҙән Н. С. Михалковтың Кино һәм театр сәнғәте академияһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән «Йәшенмәк» исемле киноальманах төшөрә башлаясаҡ. Ул Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында Башҡортостандың матур урындарында төшөрөлә, Тап ошо фильмда уйнау өсөн башҡорт телен белгән 5-8 йәшлек малай кәрәк.