Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 18:25

Был баҙарҙы ябабыҙ!

Ни өсөн?

Сауҙа буйынса дәүләт комитеты көн һайын төбәктәге сауҙа нөктәләрен тикшерә. Тап уларҙың эшмәкәрлеге менән бәйле
20 майҙа Булгаково ауылындағы баҙар ябылды. Баҙарға килгәндәрҙең 70 проценты ғына битлек һәм бирсәткәлә булған. Ә һатыусыларҙың – 90 проценты. Бер аҙна элек бында һаҡланыу сараларын үтәмәү осрағы асыҡланған. Баҙар иҫкәрмәләрҙе бөтөрөп, яңынан эшләй башлаған, шулай ҙа ул күҙәтеү аҫтында ҡала. Бер аҙна элек Өфөнөң Дим баҙарында ла шундай уҡ тәртипһеҙлек булған.
Һуңғы айҙа 12 580 объект тикшерелгән, унда административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 20.6.1 статьяһын боҙоуҙың 143 осрағы фашланған. Иң күбе – бирсәткәһеҙ йөрөгәндәр, битлекһеҙҙәр һәм һатып алыусылар араһында талап ителгән алыҫлыҡты тотмау. Быларҙы боҙған өсөн граждандарға 1 – 30 мең, етәкселәргә - 10 – 50 мең, шәхси эшҡыуарҙарға 30 -50 мең һум штраф ҡаралған. Юридик шәхестәргә 100-ҙән 300 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары бар. Икенсегә тотола ҡалһаң, сауҙа нөктәһен ябасаҡтар.
Читайте нас: