Рәсәй Президенты Владимир Путин Дағастанға өҫтәмә финанс ярҙамы күрәтергә ҡушты. Республикаға федераль бюджет иҫәбенән аҡса бүленәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығына килеп тыуған эпидемиологик хәлде йырып сығыу буйынса план әҙерләргә ҡушылды. Шул иҫәптән Дағстан медицина учреждениеларын медицина кадрҙары, ҡорамалдар, дарыуҙар, шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин итергә кәрәклеге әйтелде.