Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 15:35

Еңеү парады, тауыш биреү...

Ҡасан буласаҡ?

Кремлдә Еңеү парадын һәм Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр өсөн тауыш биреүҙе үткәреүҙең бер нисә алымы ҡарала. Иң уңайлыһы 24 июнь булыр кеүек - 75 йыл элек тап ошо көндә беренсе Еңеү парады уҙғарылған.
Шулай ҙа 24 июнь – эш көнө, был көндө ике сараны үткәреү маҡсатҡа ярашлы буласаҡ: кешеләр тауыш биреүҙә лә ҡатнаша, парадты ла ҡарай аласаҡ. Әлегә был вариант тулыһынса хәл ителмәгән, барыһы ла эпидемиологик хәлгә бәйле. Тағы Еңеү парадын 3 сентябрҙә, ә тауыш биреүҙе 24 июндә, 8 июлдә үткәреү буйынса фекерҙәр бар.
Фото: smolpravda.ru
Читайте нас: