Шоңҡар
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Май 2020, 12:25

Халыҡ шағирына һәйкәл ҡуйыла

Ул ҡайҙа булыр?

Хал­ҡыбыҙ йөрәгендә шиғырҙары, йырҙары менән мәңгелек урын алған Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә Өфөлә һәйкәл ҡуйыласаҡ. Ул Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янындағы майҙанда урын аласаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерә. Әле иң яҡшы һәйкәл проектын эшләүгә конкурс иғлан ителгән. Унда ҡатнашыу өсөн ғариза, проекттар, график материалдар һәм башҡа документтар Рәссамдар союзында (Октябрь проспекты, 148) 2020 йылдың 30 октябренә тиклем ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 284-42-47.
Читайте нас в