Балалар баҡсаһын төҙөү 2020 йылдың ғинуарында башланған. Йыл аҙағына тамамларға иҫәп тоталар. 3500 квадрат метрлы объект алты төркөмгә иҫәпләнгән. Коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы янауға ҡарамаҫтан, төҙөлөш эштәре туҡтатылмаған. Әммә барлыҡ һаҡланыу саралары ла күрелә. Шуға ла объект ваҡытында тапшырыласаҡ, ти подрядчиктар.