Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Май 2020, 21:30

“Бөйрәкәй” сәхнәгә менә

Был яҙмыштарҙы башҡорт телендә сәхнәгә сығарырҙай актерҙар беҙҙең театрҙа ғына бар.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” роман-пенталогияһы бөгөн халыҡ иң күп уҡыған әҫәрҙәрҙең береһе. Тиҙҙән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ошо роман буйынса спектакль ҡуясаҡ. Бөгөн театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов ошо хаҡта белдерҙе. “Роман буйынса бер спектакль генә түгел, ике, хатта мини спектаклдәр серияһы ҡуйырға була, - тине был хаҡта “Башинформ” агентлығына Айрат Әхтәм улы. – Автор менән һөйләштек. Унда ғәжәп персонаждар, яҙмыштар, был беҙҙең башҡорттар тарихы, әҙәбиәте хаҡында әҙәби материал. Был яҙмыштарҙы башҡорт телендә сәхнәгә сығарырҙай актерҙар беҙҙең театрҙа ғына бар. Инсценировканы кем эшләүен әлегә хәл итмәгәнбеҙ. Романды тиҙҙән уҡый башларға планлаштырабыҙ һәм шунда бергә актер репликалары кәрәк буласағын ҡараясаҡбыҙ”.
Читайте нас: