21 майҙа “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә тәүге юл участоктары файҙаланыуға тапшырылды. Стәретамаҡ ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамында 1,5 километр аралыҡтағы юл ҡатламы яңыртылды. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ – Салауат юлы ла хәҙер ялтлап тора.
Быйыл республикала милли проект сиктәрендә 303, 09 километр юлды тейешле кимәлгә еткереү планлаштырыла. Был маҡсатҡа 7 324, 7 миллион һум аҡса тотоноласаҡ, шуның 2 223,0 миллион һумын федераль бюдежт бүлә. Быйыл дөйөм дәүләт проектында Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары ҡатнашҡан.