«22 майға Дубайҙан Рәсәйгә рейс бар. Ләкин консуллыҡтан документтарҙың әҙер булмауы сәбәпле, самолетҡа өлгөрөп булмай. Ә улар быны эшләй алмай, сөнки Дубай хоҡуҡ һаҡлау органдарының коронавирусҡа тест һөҙөмтәләрен алмайынса эште ябырға хоҡуғы юҡ», — ти ҡыҙҙың әхирәте Әлфиә Куманаева. Киләһе рейстың ҡасан булыры билдәһеҙ. Юлиәне туғандары яндырырға теләмәй, мосолман ҡанундары буйынса мәйет ерҙә ятырға тейеш. Мәрхүмәне яҡындары Дубайҙа ерләү тураһында ла уйлаша.